Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2020, 18:16
Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө 6 июндә билдәләнә
Март айында уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров төбәктә айырым Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Был көндө 2 майҙа үткәрергә билдәләнгәйне. Әммә коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, юғары әҙерлек режимы индерелгәс, бөтә зыяраттарҙы ла яптылар, ә Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө 6 июнгә күсерелде.
Был көндө ҡала зыяраттарына автобус маршруттары ойошторола. Иҫке зыярат ҡала эсендә урынлашҡан, унда муниципаль маршруттар менән дә барырға мөмкин, ә 6 июндә яңы зыяратҡа махсус маршруттар ойоштороласаҡ.
Автобустар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 6-ға тиклем - автовокзал майҙанынан, ә зыяраттан иң һуңғы автобус киске сәғәт 6-ла ҡуҙғаласаҡ.
Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн бөтә пассажирҙар ҙа битлек һәм бирсәткә кейергә тейеш. Транспортта һәм зыяратта ла хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, йәғни шәхси һаҡланыу сараларын файҙаланырға һәм социаль дистанцияны һаҡларға кәрәк буласаҡ.
Ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"