Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2020, 15:50

БЕР УҢАЙҘАН ИКЕ ТАНТАНА

сБөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Михаил Дегтярёвҡа 96 йәш тулды. Ошо уңайҙан Михаил Кондратьевичты ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров һәм ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов ҡотланы. Осрашыуға тағы ла бер сәбәп бар ине – ҡаланың хәрби комиссары ветеранға Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә– 75 йыл” юбилей миҙалын да тапшырҙы.

Михаил Кондратьевич I һәм III Белоруссия фронттарында һуғышҡан, Белоруссия, Польша һәм Көнсығыш Пруссияны фашизмдан азат итеүҙә ҡатнашҡан, яралар алған. Һуғыштан һуң “Стерлитамакский рабочий”, “Советская Башкирия”, “За Родину” гәзиттәрендә махсус фотохәбәрсе булып эшләгән.
– Туйымды Еңеү көнөндә үткәрҙек, – ти хәтирәләр йомғағын тағатып ҡарт һалдат. – 45-се йылдың 8 майында яҙылыштыҡ, ике көн байрам иттек. Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә, 9 майҙа радионан Бөйөк Еңеү тураһында иғлан иттеләр.
96 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Михаил Кондратьевич теремеклеге һәм зирәклеге менән һоҡландыра. Ветеран әле булһа ҡалалағы төрлө сараларҙа фотохәбәрсе булып эшләүен дауам итә икән. Ул ғына ла түгел, дәртле тауышы менән күңелсәк таҡмаҡтар әйтеп тә хайран итә. Ветеранға һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ һәм күтәренке рух теләргә генә ҡала.
Р.УСМАНОВА.
Фото ҡала хакимиәте рәсми сайтынан алынды.
Читайте нас