Йәмғиәт
8 Июнь 2020, 14:20

Башҡортостан Республикаһында Салауат Юлаев көндәре онлайн режимында үтә

Салауат Юлаев көндәренең төп сараһы булып башҡорт халҡының милли батырының тыуыуына 266 йыл тулыуға арналған «Герой һәм шағир. Башҡортостан тарихында Салауат Юлаев шәхесе роле» темаһына видеоконференция режимында фәнни-ғәмәли конференция тора. Конференция 12 июндә Башҡортостан Республикаһы Милли музейы базаһында үтә.

Ошо уҡ көндө – 12 июндә Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәр онлайн-дәрестәр, ғаилә квестары, презентациялар, күргәҙмәләр, видеобайҡауҙар һ.б саралар планлаштырҙы:
- Октябрьский музыка колледжы 15 июндә «С.Юлаев образы Башҡортостан сәнғәтендә» видеоконференцияһын уҙғара, ә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһы китаптарҙың тематик күргәҙмәһен ойоштора;
- 16 июндә БР Милли симфоник оркестры YouTube-каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһына увертюра
башҡарасаҡ;
- Нефтекама дәүләт филармонияһы онлайн режимында Салауат Юлаевтың тормошона һәм ижадына арналған «Оран» тип аталған музыкаль-поэтик программа әҙерләгән;
- Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы урындағы республика телеканалдарында документаль фильмдар күрһәтеү эштәрен ойоштора;
- Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы - МВ.Нестерев исемендәге БДХМ филиалы балалар өсөн «Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев образы» тигән оҫталыҡ дәресе ойоштора;
- Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры театрҙың архив фондынан «Салауат. Өн аралаш төш» (режиссеры Азат Нәҙерғолов) спектаклен күрһәтәсәк;
- Сибай концерт-театр берләшмәһе «Ҡәнифә юлы» спектаклен, «Батырҙарҙы данлар илем бар» музыкаль драмаһын, «Аҫаба булған ҡан-бабам, аҫаба булыр балам» концертын күрһәтә;
- Сибай сәнғәт колледжы «Батырҙар иле» һүрәттәр конкурсы һәм «Салауат Юлаев тураһында йырҙар башҡарыу буйынса колледждар араһында флешмоб уҙғара;
- Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары «Салауат Юлаев» операһынан ариялар башҡарасаҡ.

БР Мәҙәниәт министрлығының рәсми рәсми сайты мәғлүмәттәре буйынса
Р.САФИНА әҙерләне.

Читайте нас