Йәмғиәт
8 Июнь 2020, 15:40

Социаль хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөндә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов ҡаланың барлыҡ социаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы:

- Коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш барған заманса шарттарҙа һеҙ тәүге сафтарҙа ҡалдығыҙ, һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм хәстәрегеҙ тағы ла һиҙелерлек һәм нығыраҡ талап ителә башланы. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, битараф ҡалмағанығыҙ һәм изгелеклелегеҙ, кешеләргә ҡарата булған сикһеҙ һөйөүегеҙ һәм иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Ҡала хакимиәте башлығы исеменән Рәхмәт хаттарын Стәрлетамаҡ психоневрология интернатының, халыҡтың мәшғүллек үҙәге, халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге, «Ветеран» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм шулай уҡ Көньяҡ-көнбайыш район-ара «Ғаилә» үҙәгенең 40 хеҙмәткәренә тапшырыу планлаштырыла.
«Ветеран» үҙәге етәксеһе Лилиә Атъетәроваға һәм «Ғаилә» үҙәге директоры Елена Порошинаға хакимиәт башлығы рәхмәт хаттарын шәхсән үҙе тапшырҙы. Владимир Иванович был ойошмаларҙың дөйөм Рәсәй «#БеҙБергә» акцияһында һәм «Башҡортостан продукттары. Һеҙҙең турала хәстәрләп» төбәк проектында әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үтте.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас