Аналитиктар фекеренсә, ялған уйынсыҡтар менән сауҙа итеү әйләнеше 29 миллион һум тирәһе тәшкил иткән. Ә легаль булған тауар буйынса был күрһәткес 100 миллиардҡа тура килә. Тикшереүселәр контрафактҡа күберәк баҙарҙарҙа һәм магазиндарҙа юлыҡҡан, унда уйынсыҡтарҙың 86 проценты ялған булып сыҡҡан.
Бер уйынсыҡтың уртаса хаҡы 650 һум тип билдәләгән, шул уҡ оригинал тауарға оҡшатып яһалған контрафакт ике тапҡырға осһоҙораҡ. Уйынсыҡтарға хаҡ киммәтләнгәнгә күрә ата-әсәләрҙең күбеһе арзаныраҡ булған тауарға күҙ һала һәм һатып ала, шуға күрә лә контрафакт тауар арта башлаған. Һатыуҙа булған ялған тауарҙар һаны артып өс йыл элек булған күрһәткестәргә тиклем еткән.
Балаларға һәр ваҡыт уйынсыҡ алып торорға, яңыртырға кәрәк, ғөмүмән бер балаға йылына кәмендә ете уйынсыҡ һатып алалар икән. Уйынсыҡтарға күҙ һалғанда күбеһенсә сит ил йәнһүрәте һәм уйындар буйынса таныш булған геройҙар урын ала. Үҙ ҡулың менән эшләп алған ағас автоматтан атышып, кукуруздан ҡурсаҡ яһап уйнаған замандар әллә ҡайҙа ҡалды инде.