Йәмғиәт
9 Июнь 2020, 09:20

Ил сиген һаҡлаусыларға пандемия ҡамасауламай

Стәрлетамаҡта әрме сафына тәүге партия егеттәрҙе оҙаттылар. Яҙғы саҡырылышта беренселәрҙән булып Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариатынан 11 яҡташыбыҙ үҙ бурысын үтәргә юлланды.

Быйыл, коронавирус пандемияһы һәм төбәктәрҙә сикләү саралары оҙайтылыу менән бәйле, хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһына үҙгәрештәр индерелде. Алдағы йылдарҙан айырмалы, был юлы барлыҡ егеттәр ҙә йоғошло сиргә тест тапшырырға бурыслы.
– Яҙғы саҡырылыш пандемияға бәйле ҡатмарлы осорға тура килде, шунлыҡтан беҙ барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәргә тейеш. Әрме сафына алыныусылар 4 көн эсендә COVID- 19-ға анализ бирҙе, һәр ҡайһыһының тестары вирустың булмауын күрһәтте. Хәрби комиссариаттың ишек алдында уҡ уларҙың тән температураһын үлсәп, ҡулдары химик шыйыҡса менән эшкәртелгәс, битлек һәм бирсәткә кейҙеләр. Уларға аңлатыу эштәре үткәргәндән һуң, автобусҡа инеп ултырҙылар. Ә республика йыйылыу пунктына инеү алдынан тағы ла температураларын үлсәйәсәктәр. Был егеттәр Үҙәк хәрби округында хеҙмәт итәсәк. Тәүге ярты йылда Екатеринбургта, Сибәркүлдә һәм Алкинола күнекмәләр аласаҡтар. Әммә ҡайҙа ебәреүҙе республика йыйылыу пунктында билдәләйәсәктәр, – тип аңлатты Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров.
Хәйерле юл, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

А. ВОРОНОВ фотоһы.

Читайте нас