Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2020, 13:17

Өфөнән алда барабыҙ

РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты быйыл тәүге ярты йыллыҡҡа 250 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән Рәсәй ҡалалары араһында йәшәү сифатын тикшереп, һығымта яһаған. Йәшәү сифаты буйынса Стәрлетамаҡ Өфөнән алда килә.

Рейтингта түбәндәгеләр иҫәпкә алынған: иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең бәхәсле булыуы; ҡулланыусылар әүҙемлеге; миграцияға теләк; мәҙәниәткә һәм белемгә ынтылыш.
Тикшереүҙәр шуны күрһәткән: дәүләт органдарына социаль конфликттар менән иң аҙ мөрәжәғәт итеүселәр араһында Стәрлетамаҡ, Грозный, Тольятти, Түбәнге Тагил, Пенза ҡалалары бар.
Ә Мәскәү, Калуга, Санкт-Петербург, Рязань һәм Тула Рәсәйҙәге иң яҡшы биш ҡала тип табылған. Рейтингта шулай уҡ 34-се баҫҡыста Стәрлетамаҡ ҡалаһы, ә 54-се урында Өфө ҡалаһы килә.
Фото: www.youtube.com
Читайте нас