Ашҡаҙар
+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Йәмғиәт
18 Июнь 2020, 13:10
Почта бүлексәләре ялһыҙ эшләй
“Рәсәй почтаһы” йәмғиәте республикала үҙенең эш ваҡытын үҙгәртте: хәҙер ул эре ҡалаларҙа аҙнаһына ете көн эшләй.
Башҡортостандағы 38 бүлексә көн һайын эшләй, шуларҙың 33-ө – Өфөлә, икәү – Салауатта (Ленин урамы, 40-сы йорт, Первомайский урамы, 1) һәм берәр – Стәрлетамаҡта (Гоголь урамы, 118а), Мәләүездә (5-се микрарайон, 2), Ишембайҙа (Революция урамы, 4).
Тиҙҙән тағы ла бер нисә бүлексә ялһыҙ эш ваҡытына күсәсәк. Почтаның эш ваҡыты менән
www.pochta.ru
сайтында һәм компанияның мобиль ҡушымтаһында танышырға мөмкин. Ваҡытты юҡҡа сарыф итмәҫ өсөн шунда уҡ хеҙмәтләндереүгә алдан яҙылырға мөмкин.
Бындай график ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн эшләнә. Июндә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә 1400 почта бүлексәһе яңы режимға күскән.
“Эре ҡалалар ял көндәре сервистарҙың ябыҡ булыуынан биҙеп бөткән, шуға ла беҙ эш ваҡытын хеҙмәт күрһәтеү стандарттарына яраҡлаштырабыҙ. Кешеләр бит үҙ ваҡыттарын һәм маршруттарын алдан планлаштырырға ярата. Беҙ был планлаштырыуҙы сикләргә тейеш түгелбеҙ”, - тип билдәләй “Рәсәй почтаһы” генераль директоры Максим Акимов.
Үҙгәрештәр кленттар ағымын уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирәсәк – эш көндәрендә бигерәк тә юридик шәхестәрҙең вәкилдәре күпләп корреспонденция һәм заказдар ебәрә, ә ял көндәрендә ябай халыҡҡа почтаға йөрөү уңайлы буласаҡ.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"