Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
20 Июня 2020, 19:55

Эскән килеш рулгә ултырыусыларҙың водитель таныҡлығы ғүмерлеккә тартып алыныуы ихтимал

Федерация Советы ағзаһы Сергей Леонов ошондай тәҡдим менән сыҡты.

Сенатор билдәләүенсә, әлегә иҫерек водителдәргә ҡарата яуаплылыҡ үтә лә йомшаҡ. Башланғысҡа ярашлы алкоголь, йә наркотик ҡулланған килеш руль артына ултырыусылар тәүге тапҡыр эләккәндә бер йылға таныҡлыҡһыҙ ҡалыуы ихтимал, икенсе тапҡыр тотола икән, ике йылға, өсөнсөһөндә документы ғүмерлеккә тартып алына. «Ғәҙел Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Юрий Игнатьев та тәҡдимде хуплап, яуаплылыҡтың көсәйтелеүе яҡлы.
Ҡануниәткә бындай төҙәтмәләр күптән кәрәк ине. Алкоголле эсемлектәрҙән тыш, наркотик ҡулланып та руль артына ултыралар. Нисек кенә булмаһын, улар шунда уҡ «кеше үлтереүсе»гә әйләнә. Минеңсә, яуаплылыҡҡа тарттырғанда водителдең иҫереү кимәлен дә ҡарарға кәрәк.
Читайте нас