Дәүләт тә, кеше кеүек, балалыҡ, йәшлек, өлгөргәнлек йылдарын кисерә. 1993 йылда, ғәмәлдәге Конституция ҡабул ителгәндә, дәүләтебеҙ әле “сабый” ғына ине. Шунан алып 27 йыл үтеп китте, Рәсәй тәжрибә тупланы һәм был тәжрибәне рәсмиләштереп ҡуйырға кәрәк. Конституция күп илдәрҙә үҙгәртелә, был – алға табан барыу, яңырыу менән бәйле тәбиғи процесс.
Уның миңә шәхси йоғонтоһо тураһында әйтеп үтергә теләйем. Ҡыҙым юриспруденцияны өйрәнә, һәм яңыраҡ уның Рәсәйҙә башҡарма власть органдарына арналған курс эшен уҡып сыҡҡас, 90-сы йылдарҙан алып уның структураһы бик ныҡ үҙгәргәнлеген асыҡланым. Мәҫәлән, федераль органдар, тулы хоҡуҡлы вәкилдәр барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, был дәүләт тулы ҡиммәтендә эшләһен өсөн структураларҙың тик береһе генә. Илебеҙҙә ошондай үҙгәргән системалар бихисап бит.
Бәхеткә күрә, Рәсәйҙең тарҡалыуына юл ҡуймай, бергәләп уны һаҡлап ҡала алдыҡ һәм күп милләтле республикалар араһында дуҫлыҡ булдырҙыҡ. Был уңыш яңыртылған Конституцияла үҙенең сағылышын табырға тейеш. Төп законды үҙгәртеү тормошобоҙҙо ла яҡшы яҡҡа үҙгәртер, тип ышанабыҙ. Конституциялағы буласаҡ төҙәтмәләр менән танышҡандарҙың быға нигеҙе бар.
Төҙәтмәләр күп, уларҙың һәр ҡайһыһы мөһим. Табип булараҡ, шуға бик шатмын: ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, барлыҡ Рәсәй халҡы сифатлы медицина ярҙамы алыуға хоҡуҡлы. Шуға власҡа һаулыҡты нығытыу өсөн шарттар булдырыу бурысы йөкмәтеләсәк.
Пандемия менән булған хәл шуны күрһәтте: ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, беҙҙең медицина донъя кимәленән ҡалышмай һәм ҙур бурыстарҙы еңеп сығырға ла һәләтле. Табиптарға тыныс ҡына эшләргә мөмкинлек бирһендәр ине, тип теләге килә. Һәм, әлбиттә, бушлай белем алыуҙы һаҡлап ҡалыу бигерәк тә мөһим.
Еңел булмаған осорҙа тауыш биреү бер аҙ ҡурҡыта, әлбиттә. Әммә Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан ҡабул ителгән саралар һаҡланыуҙы тәьмин итер, тип ышанам. Коронавирус менән зарарланыу хәүефен кәметергә аҙна дауамында тауыш биреү ярҙам итә һәм халыҡ та һайлау участкаларында күпләп йыйылмаясаҡ. Шулай уҡ участкалар айырым һаҡланыу саралары, температураны үлсәү приборҙары менән тәьмин ителгән. Хәйер, өс ай дауам иткән пандемия осоронда граждандар санитар нормаларҙы үтәүгә күнегеп тә бөттө.
Тауыш биреү һаулыҡҡа зыян килтермәй, киреһенсә, киләсәгебеҙ өсөн файҙалы булыр, тип уйлайым.
Владимир ПАРФИРОВ яҙып алды.