Йәмғиәт
25 Июня 2020, 14:03

Һеҙҙән – фото, ә беҙҙән – бүләк!

Стәрлетамаҡ йәштәр советы “Объективта тауыш биреү” исеме аҫтында конкурс үткәрә.

Бының өсөн 25 июндән 1 июлгә тиклем һайлау участкаһына килеп, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш бирегеҙ. Тауыш биреү атрибуттары янында селфи эшләп, фотоғыҙҙы Инстаграмдағы үҙегеҙҙең сәхифәгә ҡуйығыҙ. Ул 1 июль 23:59 сәғәткә тиклем ҡуйылырға тейеш.
Инстаграмда йәштәр советының битендә (@molsovstr ) теркәлегеҙ. Унда конкурста ҡатнашыу ҡағиҙәләре, приздар менән танышырға мөмкин.
Матур-матур бүләктәр 7 июлдә уйнатыла. Төп приздар – электр самокаты, уңайлы Яндекс. Мини станция, Redmi аккумуляторы.
Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә барып, конкурста ҡатнашығыҙ!
Түбәндәге бүләктәр әҙерләнгән:
* “Major pub” ресторанына 3 мең һәм 500 һумлыҡ сертификат;
*"Staré Město" ресторанына бер мең һумлыҡ сертификат, "Гранд-ассорти" компанияһынан бүләк алыу өсөн, шулай уҡ 25 процент ташламаға сертификаттар;
* "У дома" икмәк бешереү йортонан продукция алыу өсөн 1 мең һумлыҡ сертификат;
* "Фея" магазинына 1 мең һумлыҡ сертификат һәм фитнесҡа бер айға абонемент;
* "Артель" клубынан концертҡа саҡырыу ҡағыҙы, шулай уҡ пиццаға сертификат;
* Стәрлетамаҡ икмәк комбинатынан торттар;
* "Норис" компанияһы төркөмдәренән 1 мең һумлыҡ сертификаттар;
* "Ватрушкин"дан торттар.
Беҙҙең спонсорҙар:
"Фея" магазины, "Артель" клубы, "Ватрушкин" компанияһы, "Staré Město" рестораны, “Major pub” рестораны, "У дома" икмәк бешереү йорто, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, "Норис" компанияһы төркөмдәре.

Ойоштороу комитеты.

Читайте нас