Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
26 Июня 2020, 06:00

Өйҙән сыҡмайынса ла тауыш бирергә мөмкин

РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса 25 июндән 1 июлгә тиклем үҙеңдең һайлау участкаһында тауыш бирергә була.

Һайлау участкаһына килә алмаған дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар өсөн өйҙән сыҡмайынса ла тауыш биреү мөмкинлеге бар. Өйҙән тауыш биреү 25 июндән 30 июнгә тиклем һәм 1 июлдә үткәрелә. Бының өсөн ғариза яҙырға һәм участка комиссияһына телдән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был осраҡта ғаризаны тауыш биреүҙә ҡатнашыусы үҙе йәки туғаны, йәиһә социаль хеҙмәт вәкиле бирә ала. Ғаризаны участка һайлау комиссияһына 1 июль киске сәғәт 5-кә тиклем бирергә кәрәк.
Участка һайлау комиссияларының эш ваҡыты:
- 26 һәм 29 июндә –16:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем;
- ял көндәрендә – 10:00 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем;
- 30 июндә – 9:00 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем.
Үҙеңдең һайлау участкаһы адресын һәм телефон һандарын РФ үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан белергә була: http://cikrf.ru/services/lk_address/.
Һорауҙарығыҙ булһа, Стәрлетамаҡ территориаль һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин:
- эш көндәрендә – 10:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем (13:00-14:00 – төшкө ял);
- ял көндәрендә – 10:00 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем;
- 24 июндә – 16:00 – 20:00;
- 30 июндә – 09:00 – 14:00.

Стәрлетамак территориаль һайлау комиссияһы.

Читайте нас