Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь 2020, 11:00

Киләсәк – йәштәр ҡулында!

Ҡәҙерле дуҫтар! Иң әүҙем, ижади һәм маҡсатҡа ынтылған кешеләрҙең байрамы – Йәштәр көнө менән ҡотлайым!

Йәшлек – был иң матур, хыялға бирелеү, үҙеңдең артабанғы тормошоңдо күҙаллау һәм асыштар осоро. Стәрлетамаҡтың уҡыуҙа, спортта һәм ижадта ҙур ҡаҙаныштарға ирешеп, йылдан-йыл ҡаланы лайыҡлы кимәлдә күрһәткән йәштәре менән ғорурланабыҙ. Ҡаланың яҙмышы – һеҙҙең ҡулда, илебеҙ киләсәге һеҙҙән тора һәм, әлбиттә, иртәгәге көн һеҙгә тәғәйенләнгән.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, иң ҡыйыу пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙы һәм именлек теләйем! Тормошоғоҙ бай йөкмәткеле һәм төрлө-төрлө, ә уңыш һәм яҡшы кәйеф һеҙгә ышаныслы юлдаш булһын. Байрам менән!

Владимир КУЛИКОВ, ҡала хакимиәте башлығы.

Читайте нас