Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2020, 14:05

“МИН “ЗА” ТИП ТАУЫШ БИРҘЕМ!” 1 июль – Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш көнө

Билдәле булыуынса, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса өйҙән һәм шулай уҡ алдан тауыш биреү мөмкинлеге булдырылды. Әйткәндәй, был мөмкинселек менән күптәр ҡулланды ла инде. Алдан тауыш биреүселәр араһында Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та бар. Мэр ҡалала иң тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе.

- Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙә ҡатнашытым.
Мин “За” тип тауыш бирҙем, сөнки Конституцияға тәҡдим ителгән үҙгәрештәр – Рәсәйҙең бөгөнгөһө тураһында. Минең фекерем – үҙ гражданлыҡ позицияңды белдереү. Һәр кем тауыш бирергә тейеш, беҙ шулай илебеҙҙең, республикабыҙҙың, үҙ ғаиләбеҙҙең киләсәген билдәләйбеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәм, ҡала халҡының участкаларҙа ғына түгел, йәмәғәтселек территорияларында ла, өйҙә лә күсмә тауыш биреү мөмкинлеге бар.
Тауыш биреү барышы хәүефһеҙлек йәһәтенән бик шәп ойошторолдо – ингән ерҙә тән температураһын үлсәйҙәр, битлек, бирсәткә һәм бер тапҡыр ҡуллана торған ручка бирәләр, - тип яҙа Владимир Иванович үҙенең сәхифәһендә. Ә һеҙ тауыш бирҙегеҙме әле, хөрмәтле дуҫтар?
Роза САФИНА.
Фото ҡала хакимиәте башлығының рәсми сәхифәһенән алынды.
Читайте нас