Йәмғиәт
3 Июля 2020, 12:00

Ҡайғы-шатлыҡтар менән уртаҡлашып йәшәйек!

...Заманында ҙур ғына гәзит-журналдарҙа айырым хаттар бүлеге була торғайны. Уларҙың эше ни тиклем мәшәҡәт икәнен шул бүлектә эшләгәндәр үҙҙәре генә белә, сөнки тоҡ-тоҡ килгән хаттарға яуап биреп, баһалап, дөрөҫ юлға һалып, баҫмаға биреп өлгөр генә!

Хәҙер ҙә бар ундай бүлектәр, тик... күп ваҡыт уларҙың эше башҡа мәшәҡәт менән үтә. Сәбәбе – хаттар юҡ кимәлдә!

Үкенескә ҡаршы, бындай күренештән беҙ ҙә азат түгел. Зыялылар фекере, сағыу-сағыу ваҡиғалар, тетрәндергес мөхәббәт тарихтары хаҡында мәҡәләләр, ғибрәтле хәлдәр, ҡала тормошонда етешһеҙлектәр тураһында яҙмалар, хәбәрҙәр етмәй беҙгә. Уртаға һалып һөйләшеп, бер-беребеҙҙең хәлен белеп, фекер алышып эшләгәндә-йәшәгәндә генә йәмғиәт үҫешә, алға бара бит. Шуға һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ, ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡлашып йәшәйек әле! Әлбиттә, үҙе бер бүлек һымаҡ бәләкәй генә редакциябыҙҙа хаттар бүлеге юҡ. Әммә, белһәгеҙ икән, хаттарығыҙҙы ни тиклем көтөп алғанды, хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Беҙ һәр хатты ҡәҙерләп, һаҡлап, түкмәй-сәсмәй тигәндәй, уҡыусыға еткерергә тырышабыҙ.

Шулай ҙа... Аллаға шөкөр, яҙалар беҙгә, шылтраталар. Кеше күңеле матди донъяға ғына һыйына тигән заманда, үҙенә күрә был да ҡыуаныс. Бөгөн иғтибарығыҙға тупланма итеп бер нисә гәзит уҡыусының шатланып, борсолоп, хисләнеп яҙған хаттарын тәҡдим итәбеҙ.
Әйткәндәй, был ярты йыллыҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ артты, инде авторҙарыбыҙ ҙа ишәйер тигән өмөттә ҡалабыҙ!

Рәмил МАНСУРОВ,
“Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире.
Читайте нас