Минең атайым Байслан Ҡарамышев 1918 йылдың февраль айында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Маҡар ауылында тыуған. Атаһы Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев Башҡортостан автономияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы шәхес. Башҡорт ғәскәрен ойоштороусы. Беренсе атлы ғәскәрҙең полк командиры. Артабан (архив ҡағыҙҙарынан) Верхнеуральск фронтының командующийы була). Атайым Байслан ни бары һигеҙ айлыҡ ҡына булып ҡала атаһы үлгәндә. 1918 йылдың 7 авгусында күп һуғыштарҙа ҡатнашып, һуғыш яланында үпкә эргәһендәге ҡылыс яраһы асылып, госпиталгә ки-леп ята, олатай, яраһы төҙәлә алмай, вафат була. Уны ҙурлап Ырымбурҙағы мосолмандар зыяратына ерләйҙәр. Атайым атаһының ҡустыһы Мөхтәрҙең ҡул аҫтында тәрбиәләнә, сөнки әсәһе Мәрхәбә, улы йәтим үҫмәһен тип, Әмирҙең бер туған ҡустыһы Мөхтәргә кейәүгә сыға.
Атайым Маҡар ауылында 1928 йылға тиклем йәшәй. Әсәһе Мәрхәбә ауыл мәктәбендә уҡыта. Мөхтәр ағаһы үҙе төҙөткән ФЗО училищеһында директор вазифаһын башҡара. Ләкин Маҡар ауылында улар оҙаҡ йәшәй алмай, өҫтәренән яла яҙыусылар табыла. Советтарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашҡан “вәлидовсылар” тип, Башревкомға хаттар яҙалар. Мөхтәр Стәрлетамаҡҡа эш менән барған сағында дуҫтары: «Мөхтәр, оҙаҡламай кем Зәки Вәлиди менән бергә эшләгән, шуларҙы ҡулға алыу башлана» тип әйтә. Мөхтәр ауылға ҡайтып, Мәрхәбә менән кәңәшләшеп, тиҙ арала ауылдан китергә булалар. “Беҙ ауылыбыҙ өсөн бөтә көсөбөҙҙө биреп эшләнек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ халыҡ өсөн йәшәгән, ауыл балаларына белем бирҙек, туғандарыбыҙ яу яланында ғүмерҙәрен бирҙеләр”, – тип, үкенестәр менән улар Үзбәкстанға юллана. Мөхтәр Сәмәрҡәнд эргәһендәге совхозға өлкән бухгалтер булып эшкә керә, Мәрхәбә иһә балалар йортонда эшләй, аҙаҡ киске бүлектә юридик белем алып, судья булып эшләй башлай.
Байслан да уҡыуға ынтыла, баш-та Сәмәрҡәндтә ауыл хужалығы институтын тамамлай, ләкин егетте ата-бабаларының хәрби кеше булыуҙары Харьков ҡалаһына алып килә һәм ул Харьков Авто-бронетанк училищеһына уҡырға инә.
Училищены ул 1941 йылда тамамлай, өләсәйем менән Мөхтәр бабайым атайымдың училищены тамамлау байрамына килә, тик байрам оҙатыу кисәһенә әйләнеп китә, атайымды һуғышҡа оҙаталар.
Күп тә үтмәй үҙ теләге менән Мөхтәр бабайым да фронтҡа китә. Ә өләсәйем бик күп ауырлыҡтар менән Маҡарға ҡайта. Ул ауылда хөрмәтле ҡатын булды, үҙе уҡытҡан балалары кемдер уҡытыусы, кемдер етәксе булды. Мин дә өләсәйем ҡулында үҫтем. Уның Зәки Вәлиди, арҡаҙашы Әмир олатайым хаҡында һөйләгәндәре әле лә иҫтә, был иҫтәлектәр “Ашҡаҙар” гәзитендә лә донъя күрҙе.
Хәрби нәҫелдән булған атайым да һуғышты күп күрҙе, батырлыҡтары күп. Уның күкрәген ике “Ҡыҙыл Йондоҙ”о, башҡа күп миҙалдар биҙәй ине, һуғыштан икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Ул һуғышта рота командиры дәрәжәһендә, капитан званиеһында була, үҙе һөйләгәндәре буйынса, бер-нисә мәртәбә янған танк эсендә ҡала, әжәл һағалап ҡына тора, әммә, беҙҙең бәхеттән иҫән ҡайта.
Һуғыштан һуң ул Маҡар мәктәбе директоры булып эшләне. Артабан партия ағзаһы булараҡ, төрлө эштәргә ебәрәләр. Магнитогорск ҡалаһында автобаза директоры, Арғаяшта колхоз рәйесе вазифаларын башҡарҙы, һуғыш яралары ныҡлы һиҙҙерә башлағас ҡына, эшен ташлап, тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр булды. Аҙыраҡ һаулығы төҙәлгәс, партия йүнәлтмәһе менән Ишембай районы “Чапаев” колхозына агроном итеп ебәрҙеләр. Артабан хаҡлы ялға сығып, Салауат ҡалаһына күсте. Ләкин унда ла эшһеҙ ята алманы. Халыҡ контроле рәйесе ине.
Хөкүмәт атайымды тейешле ҙурланы, минеңсә: фатир, авто-мобиль гараж менән тәьмин итте. Йыл һайын ял йорттарына бушлай юллама бирәләр ине. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына бармаһын, хөрмәт иттеләр үҙен. Ләкин бик иртә донъянан китте шул. 58 йәшендә генә. Үҙенең тыуған ауылы Маҡарҙа туғандары, әсәһе Мәрхәбә янына ерләнек. Тыныс йоҡла, мәрхүм фронтовик, ҡараңғы гүрең яҡты булһын, атай!
Салауат ҠАРАМЫШЕВ.
Фото ғаилә архивынан.