Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2020, 16:05

Тәүлек эсендә ике бала юғалған

Октябрьский ҡалаһында тәүлек эсендә ике бала юғалған – дүрт йәшлек ҡыҙ менән биш йәшлек малай.

30 июндә төшкөлөккә ҡарай Башҡортостандың Росгвардия хеҙмәткәрҙәре дүрт йәшлек ҡыҙға беренсе ориентировка (йүнәлеш) ала. Бала ата-әсәһенең күҙ алдында ҡулдан ысҡына. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре сабыйҙы тиҙ арала эҙләп таба – бала үҙҙәренең йортонан ике квартал аша ғына алыҫлыҡта булып сыға.
Ярты сәғәттән ошо уҡ Росгвардия бригадаһы биш йәшлек малай юғалыуы тураһында хәбәр ала. «Ведомствоға ҡарамаған һаҡ хеҙмәткәрҙәре баланың билдәләрен яҙып алып, кисекмәҫтән эҙләргә тотона. Росгвардиясылар сәғәт ярымдан һуң «Ғаилә» сауҙа үҙәгенән бер нисә квартал аша теге һүрәтләгән малайға оҡшаш баланы күреп ҡала», - тип хәбәр итәләр Росгвардияның төбәк идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Ике бала ла ата-әсәһенә имен-аман тапшырылған.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас