Йәмғиәт
3 Июля 2020, 08:23

Ымһынмағыҙ кеше баҡсаһына!

Баҡсала эштәр йәй генә түгел, иртә яҙҙан уҡ башлана. Үкенескә ҡаршы, проблемалар ҙа шул яҙҙан алып көҙгә тиклем оҙата килә. Юҡ, сүп үләне йәки баҡсасының башҡа физик мәшәҡәтенә бәйлетүгел был проблемалар. Күңел проблемалары, тәрбиә етешһеҙлеге улар. Беҙ – тәбиғәт балалары. Оҙайлы ҡыштан һуң баҡсала эшләү көс-дәрт, илһам өҫтәй. Оло йәштәге кешеләр өсөн баҡса – аралашыу майҙаны, хәрәкәт итеү. Саф һауала эшләп, арып ҡайтһаң да ҙур ҡәнәғәтлек кисерәһең, илһам алаһың.

Ҡаланан ситтә, Рощинский ҡасабаһы сауҡалығында “Йылылыҡ бөркөүсе” баҡсасылыҡ йәмғиәте бар, шунда инде беҙҙең илһам һәм күңел йылыһыбиреүсебеҙ. Беҙҙең баҡсаларға – 29 йыл. Ойошмаларҙан участкалар биргәс, халыҡ бик теләп алды, бәләкәй бала-сағалары менән йөрөп, баҡса йортон да төҙөп ҡуйҙылар. Һәр ялды ашҡынып көтөп, баҡсаларға йүгерҙеләр.
Участканың бөтә майҙаны – 174,8 гектар, барлығы 2 меңдән ашыу баҡса участкаһы бар. Гөрләп торған саҡтары бар ине баҡсаларҙың, тик йылдан-йыл был дәртлелек һүнә бара, ул ваҡытта көстәре, дәрттәре ташып торған баҡсасылар ҙа хәҙер етмеш-һикһәнде ҡыуа бит, хатта 92 йәшлектәр ҙә бар. Шулай ҙа бирешмәйбеҙ, йөрөп ятабыҙ әле.
Әммә, беҙҙе борсоған, хафаландырған, йәндәребеҙҙе әрнеткән проблемалар ҙа бар, тинек. Эш шунда: йәй етеп, емеш- еләк бешеү менән баҡсаларға сит-яттар килеп тула. ағастарҙы һындырып, киҫеп, кәртәләрҙе ватып-емереп, уңыш йыялар, ут яғып, шешлек ҡыҙҙырырға, эсеп-туҙырға, арттарынан сүп-сар ҡалдырырға ла күп һорап тормайҙар. Ташландыҡ баҡса булһа, бер хәл, улар бит матур, ҡаралған баҡсаларҙы ла бар тип белмәй. Иң аптыратҡаны шул: бында ҡала халҡы ғына түгел, хатта башҡа райондарҙан да килеп етәләр. Нисек күңел әрнемәһен шунан һуң?!. Кемдер бөртөкләп, йылдар буйы көс түгеп булдырған хеҙмәт һөҙөмтәһенең емештәрен бәғзе бер әҙәмдәр рәхәт кенә йыйып алһынсы! Әлбиттә, полиция ҡатнашлығында, етәкселәр менән бергә көрәшеп ҡараныҡ, тик остарына сығып бөтөрлөкмө һуң.
Ҡортлаған алмағас һымаҡ, кеше күңелендә “ҡорт” бөткәнсегә ҡәҙәр был проблеманан ҡотолоп та булмаҫ ахыры. Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттәге мораль-этика мәсьәләләре был тәңгәлдән уйландыра, ҡағиҙәләр күптәр өсөн өлгө түгел, инҡар итәләр. Беренсе урынға матди байлыҡ, көс түкмәйенсә байыу, мутлашыу,урлашыу алғы планға сығып бара төҫлө. Был да шуның бер күренеше ғәмәлдә.
...Һуңғы ике йылда йәштәрәүҙем рәүештә баҡса участкаһы ала башланы, шуныһы ҡыуаныслы! Хозур тәбиғәт ҡосағында еләк йыйып, ҡояшта ҡыҙынып, үҙең ултыртҡан йәшелсәләрҙе йыйыу – үҙе бер ҙур кинәнес! Һатып та алып була, әммә ләкин үҙең ултыртҡан – экологик яҡтан таҙа, химик матдәләр ҡушылмаған. Тимәк, баҡсаларыбыҙҙың киләсәге бар, ҡурсалау һәм һаҡлау буйынса ла өмөт тик ошо йәштәрҙә инде. Баҡсаларыбыҙ
ҙа, күңел баҡсаларыбыҙ ҙа киләсәктә тик татлы еләк-емештәр генә бирһен ине.
Ихтирам менән Земфира апайығыҙ.
Читайте нас