Ғаилә ул – мөхәббәт,
Ғаилә ул – шатлыҡ,
Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,
Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,
Ғаилә – ул балалар!
Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!
Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәйек!.
Әйткәндәй, 1 мартта беҙҙең үҙебеҙҙең Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө байрам ителә. Халҡыбыҙҙың легендалары нигеҙендә ойошторлған был байрам “Етегән” тип атала.