Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Июля 2020, 12:10

Уттан ҡалмай...

Үткән аҙнала республикала 9 янғын осрағы теркәлгән. Һәләк булыусылар юҡ, бер кеше зыян күргән.

Йыл башынан алып 388 янғын булған, 11 кеше зыян күргән, 5 кеше һәләк булған. 2019 йыл менән сағыштырып ҡараһаҡ, былтыр йылбашынан алып ошо осорға 392 янғын булған, 20 кеше зыян күргән, 7 кеше һәләк булған.
29 июндән 6 июлгә тиклем янғын һүндереүселәр 26 тапҡыр саҡыртылған. Шылтыратыуҙарҙың 9-ы - янғын сығыу, 4 – ялған саҡырыу, 2-һе аш көйөп киткәнлектән, 2 шылтыратыу эске эштәр идаралығы менән бәйле, 9 шылтыратыу һаҡ объекттарында автоматик янғын сигнализацияһы эшләп китеү арҡаһында.
Күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге мәғлүмәттәре буйынса Р.ЗАМАНОВА әҙерләне.
Читайте нас