Профилактик рейдтар уҙғарыуҙы дауам итергә, битлек кейеү һәм тейешле социаль дистанция тотоу кәрәклеген аңлатыу эштәрен әүҙемләштерергә кәрәк.
Стәрлетамаҡта коронавирус инфекцияһы йоҡтороу раҫланған осраҡтар арта. Бер ай эсендә зарарланыусыларҙың дөйөм һаны ҡалала 50-нән артып китте.
Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге начальнигы урынбаҫары Анна Халиҡова
Cityopen.ru порталына 3 июлдә биргән мәғлүмәттәр буйынса, ҡалала йәмғеһе Covid-19 раҫланған 261 кеше теркәлгән.