Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Июля 2020, 09:40

Пандемия ваҡытында граждандарға ярҙам

Дәүләт Думаһы «Берҙәм Рәсәй»ҙең бизнесты һәм пенсионерҙарҙы бурыс түләүҙән яҡлау тураһындағы законын ҡабул итте.

Ул партияның пандемия арҡаһында айырыуса зыян күргән граждандарға һәм бизнесҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән башланғыстарын дауам итә. «Берҙәм Рәсәй» закон проекты пандемия осоронда һәм унан һуң да пенсионерҙарҙы һәм уларҙың милкен тартып алыуҙан яҡлай.
Ҡабул ителгән нормаға ярашлы, оло йәштәге кешеләр кредиттарын, страховка иғәнәләрен һәм заемдарын түләүҙе ике йылға кисектерә ала. Бурыстың күләме миллион һумдан артырға тейеш түгел.
Был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ла ҡағыла. Закон эшҡыуарҙарға 15 миллион һумға тиклем бурыстарын бер йылға тиклем кисектереп түләтеүҙе күҙ уңында тота.
Хәҙер бөтә мотлаҡ түләүҙәрҙе лә кисектереп түләргә була.
Шуның менән бергә, закон 31 декабргә тиклем приставтарға ла, коллекторҙарҙа ла бурыслылаларҙың милкен тартып алыуҙы тыя. Судҡа мөрәжәғәт имәйенсә лә бүлеп түләргә була. Бының өсөн
башҡарыусы суд приставына ғариза яҙырға кәрәк, ул өс көн эсендә ҡаралырға тейеш.
Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» пандемия ваҡытында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса закондар теҙмәһен эшкә екте.
«Беҙ дәүләт предприятиеларын ғына түгел, шәхси предприятиеларҙы ла милеккә һалым һалыуҙан бушаттыҡ. Был башлыса пандемия шарттарында айырыуса зыян күргән туризм, йәмәғәт туҡланыуы, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе, спорт ҡа ҡағыла, - тип аңлатты «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе БР Дәүләт Йыйылышында Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас