Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
13 Июля 2020, 15:20

Байытабыҙ тип әүрәтәләр, йәнәһе

Үҙәк банк интернет селтәрендә мутлашыуҙың яңы ысулы тураһында иҫкәртә

Үҙәк банктың намыҫһыҙ практиктарына ҡаршы хрәкәт (ҡаршылыҡ күрһәтеү) департаменты башлығы Валерий Лях интернет мутлашыусылары ҡулланған яңы схема тураһында һөйләне. Был схема COVID-19 коронавирус пандемияһы осоронда барлыҡҡа килде һәм үҙизоляция ваҡытында Интернет төп мәғлүмәт, шул иҫәптән реклама сығанағына әйләнеүгә нигеҙләнә.
Мутлашыусылар адресһыҙ финанс рекламаһын ҡуллана, тип һөйләй эксперт. Ул "Зарабатывай с нами" (“Беҙҙең менән аҡса эшлә”) исеме аҫтында киң аудиторияға адресланған һәм аңлайышһыҙ (бәйләнешһеҙ) саҡырыу (өндәмә) булып тора. Шуның менән бергә аҡса эшләү (эш хаҡы) йәки инвестициялар тураһында аныҡ мәғлүмәттәр бирелмәй, тип хәбәр итә, РИА Новости мәғлүмәт агентлығы. Шулай итеп, мутлашыусылар кешеләрҙең байып китеү теләгендә уйнайҙар, әммә нисек эшләргә кәрәклеге тураһында хәбәр итмәйҙәр. "Ысынында иһә финанс хеҙмәттәр туранан-тура тәҡдим ителмәй", – тип билдәләй Лях.
Хәйер, бындай алдаҡсы рекламалар эпидемия ваҡытында шул тиклем ныҡ күбәйеп китте, хатта превысил объем традицион финанс хеҙмәте рекламалары күләменән, уның легаль һәм легаль булмаған (рәсми һәм тыйылған) өлөшөнән дә артып китте, тип һөйләй эксперт.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас