Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Июля 2020, 11:50

Был эҫелә нисек имтихан бирергә?

Мәғариф һәм фән министрлығында аномаль эҫе шарттарҙа Берҙәм дәүләт имтихандарын нисек тапшырыу тураһында һөйләнеләр. БР Ижтимағи палатаһы мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙың күп һанлы ата-әсәләре һорауы буйынса аномаль эҫе көндәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғанда мөмкин тиклем уңайлы шарттар булырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығына мөрәжәғәт итте.

Профилле министрлыҡтың яуап хатында хәбәр ителеүенсә, имтихан алдынан биналағы һауаны зарарһыҙландырыу уҙғарыла, бүлмәләрҙә тәҙрәләр асып ҡуйыла; ҡояш тура төшкән тәҙрәләр шаршауҙар һәм жалюзи менән томалана. Имтихан уҙғарылған һәр пунктта һыу эсеү өсөн стакандар менән кулерҙар ҡуйыла, шулай уҡ берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар үҙҙәре менән һыу алып килә ала. Имтихан тапшырыусының хәле насарайып киткән осраҡтар була ҡалһа, һәр урында медицина хеҙмәткәре беркетелгән. Әйткәндәй, имтихан уҙғарылған аудиторияларҙа вентиляторҙар ҡуйырға һәм мәктәп тамамлаусыларға БДИ-ға еңел кейемдә килергә тәҡдим ителде.
– Үкенескә ҡаршы, 10 июлдә, математика буйынса БДИ уҙғарылғанда бөтә ерҙә лә вентиляторҙар ҡуйылмағайны. Һис һүҙһеҙ, сыҙап торғоһоҙ эҫелә биш сәғәт буйына бинала булыу – ул ауыр һынау һәм был фактор имтихан эше башҡарыу сифатына йоғонто яһарға мөмкин. Әммә килеп тыуған шарттарҙа механик вентиляторҙар урынлаштырыу хәлде күпкә яҡшырта ала, - тип аңлатты БР Ижтимағи палатаһының мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә һәм ирекмәнлекте үҫтереү буйынса профилле комиссияһы рәйесе Лида Исаргакова.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас