Ашҡаҙар
+21 °С
Ясно
Йәмғиәт
24 Июля 2020, 10:05

Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн нисек билдәләйбеҙ?

Рәсәйҙең Стәрлетамаҡтағы Хәрби-Диңгеҙ Флоты йәмғиәте бөтә ҡатнашы булғандарҙы Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнөнә арналған тантаналы сараларға саҡыра.

Байрамға һаҡлағыс битлектәр менән килеүҙәре һорала. Шулай уҡ коронавирус пандемияһяна бәйле, концерт программаһы һәм спорт ярыштары уҙғарылмай.
Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнөн байрам итеү 9:55 сәғәттә "Мәңгелек ут" мемориаль комплексы алдындағы майҙанда личный составтың (булған барлыҡ хеҙмәткәрҙәр) һәм билдәле төркөмдөң сафҡа теҙелеп сығыуынан башлана. 10:00 сәғәттә Андреев флагы күтәрелә. Шунан һуң личный составты ҡотлайҙар һәм һәләк булған моряктарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алалар.
Улар иҫтәлегенә сәскәләр һалғандан һуң моряктар Андреев флагын күрһәтеп ҡала буйлап автомобилдәр ярышы уҙғарасаҡ.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас