Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
25 Июля 2020, 05:00
Хеҙмәтегеҙ көндәлек тормошта сағыла
Хөрмәтле сауҙа хеҙмәткәрҙәре!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!
Ҡалабыҙҙа сауҙа әүҙем үҫешә. Стәрлетамаҡта ҙур булмаған сауҙа объекттары һәм эре үҙәктәр бар. Улар ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға көн һайын киң тауар ассортименты һәм хеҙмәттәр тәҡдим итеп, тулы күләмдә хеҙмәтләндерергә мөмкинлек бирә.
Ҡалала сауҙа предприятиелары заманса баҙар шарттарында йәнле эшләй һәм Стәрлетамаҡтың иҡтисадына һиҙелерлек өлөш индерә.
Сауҙа хеҙмәткәрҙәренең эше ҡалала йәшәгән һәр кемдең көндәлек тормошонда сағыла, ул – һәр саҡ күҙ уңында. Был ҙур яуаплылыҡ: ҡала халҡының кәйефе һеҙҙең һөнәрмәнлеккә һәм берҙәмлеккә, тауарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифатына, хеҙмәтләндереү мәҙәниәтенә бәйле.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем. Эшегеҙ һәм саҡ тотороҡло килем һәм һатып алыусыларҙың рәхмәтле йылмайыуын алып килһен!
Владимир КУЛИКОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"