Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 18 сентябрендәге 580-се номерлы ҡарарына ярашлы, 31 июль, Ҡорбан байрамы - ял көнө була. 2020 йылда ул йома көнөнә тура килә. Шулай итеп, 31 июль һәм 1, 2 август - ял көндәре.
30 июлдә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә, йыл һайын бирелә торған төп йәки өҫтәмә түләүле отпускы алғанда Ҡорбан байрамы көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.