Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
27 Июля 2020, 08:38

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Велосипедсы» операцияһын үткәрә

27 июлдән Өфө ҡалаһы биләмәһендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Велосипедсы» операцияһын үткәрә. Саралар велосипедсыларҙың юл ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймауға һәм улар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

«Йыл башынан Өфөлә велосипедсылар ҡатнашлығында 34 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 35 кеше йәрәхәтләнгән, шуларҙың 15 осрағында — бәлиғ булмағандар. Ошондай аварияларҙы анализлау йыш ҡына велосипедсыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауын күрһәтә», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Дәүләт автоинспекцияһында билдәләүҙәренсә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн велосипедсыларға 800 һум административ штраф һалына. Әгәр велосипедсы иҫерек булһа, 1000-1500 һумлыҡ штраф менән административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителеүе мөмкин.
Читайте нас