Тура эфирҙа барған аралашыуға ҡала халҡы ла ҡушыла алды, унда комментарийҙар аша һорау биреүселәр ҙә булды. Мәҫәлән, экрандың теге яғында ултырыусылар ҡала хакимиәте белгестәренең шәхсән ҡабул итеүҙе ни өсөн туҡтатыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Альберт Наил улы иһә, ҡала хакимиәте белгестәренең әүҙем эшләүҙәре һәм әлеге осорҙа коронавирус шарттарында шәхсән ҡабул итеүҙәрҙе туҡтатып тороу хәүефһеҙлек саралары менән бәйле булыуын аңлатты. Сөнки белгестәр үҙҙәре лә был сирҙе таратыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ҡала хакимиәте менән бәйләнешкә инеү өсөн бик күп саралар барлығын һөйләп үтте ул.
Ысынлап та, һорауҙарығыҙ булһа, ҡала хакимиәтенә телефондан шылтыратып та, хат һәм интернет аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Күптән түгел генә Радий Хәбиров етәкселегендә Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында «Инцидент» программаһы буйынса йылдың тәүге ярты йыллығы буйынса эш һөҙөмтәләре барланды. Унда эш алымдарының береһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы өлгө итеп күрһәтелде. Журналистар был программа буйынса алып барылған эштәр һөҙөмтәһе тураһында һораны.
– «Инцидент менеджмент» системаһы 2018 йылда эшләй башланы, уның ярҙамында социаль селтәрҙәрҙә халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр, һорауҙар һәм ялыуҙарҙы күҙәтеп барырға мөмкин. Программа һорауҙарҙы һайлап ала һәм артабан хәл итер өсөн хакимиәткә тапшыра. Альберт Наил улы һүҙҙәренсә, ҡала буйынса айына 600-ҙән ашыу һорау ҡабул ителә, уның 300-ө «Инцидент менеджмент» программаһы һәм тағы ла шул кимәлдә ҡала хакимиәте төркөмөнә килә. Әлбиттә, бында хәл иткес һәм ул тиклем мөһим булмаған һорауҙар ҙа килеп етә, эштең ҡатмарлылығына һәм мөрәжәғәт итеүселәрҙең билдәһеҙ булыуҙарына, фейк аккаунттарҙан мөрәжәғәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, бар һорауҙар ҙа ҡарала, – тип аңлатты Альберт Наил улы.
Йәш кадрҙар йәлеп итеү һәм ҡала хакимиәтенә нисек эшкә урынлашырға мөмкин булыуы тураһында ла һораны матбуғат конференцияһына килеүсе журналистар.
Альберт Шәйхетдинов заманаларҙың үҙгәреп тороуына бәйле ҡала хакимиәтенә төрлө тәңгәлдә заманса мәғлүмәт технологиялары менән эшләй алған белгестәр һәр ваҡыт кәрәк буласағын әйтте. Урынбаҫар фекеренсә, маҡсатҡа ынтылған тырыш һәм юғары белемле һәр кеше ҡала хакимиәтенә эшкә урынлаша ала. Бының өсөн буш булған вакансияларҙы ҡарап барырға һәм конкурста ҡатнашыу өсөн ваҡытында документтар тапшырырға кәрәк. Конкурс һөҙөмтәһендә иң яҡшы күрһәткесле кандидат эшкә алына, шулай уҡ комиссияға оҡшаған кандидаттар резервҡа ҡуйыла.
Конференция барышында етәксе ҡалала 8 милли мәҙәни үҙәктәр эшләүе тураһында ла һөйләне. Һәр үҙәк үҙ йүнәлешендә эшләй һәм ҡала хакимиәте, башҡа милли үҙәктәр менән хеҙмәттәшлек итә. Ғөмүмән алғанда, ҡалала төрлө милләт һәм дин вәкилдәре араһында дуҫтарса аралашыу һәм яҡшы мөнәсәбәт һаҡлана. Коронавирус шарттарында дини һәм милли байрамдар үтеүе контролдә тотола һәм саралар барышында күпләп кеше йыйылыу тыйыла. Тиҙҙән ошондай уҡ шарттарҙа Ҡорбан байрамы үтәсәк.
– Ҡорбан салыр өсөн ҡалала махсус урындар әҙер, улар барлыҡ санитария талаптарына ла тап килә. Дини ҡәрҙәштәребеҙҙең бер-береһен ҡосаҡлап, ҡул биреп сәләмләүҙәрен һәм туғандарын йыйып өҫтәл артында ҙур табын ойоштороуҙарын беләбеҙ. Әммә әлеге донъяуи шарттарҙа был бик ҙур хәүеф йөрөтә, шуға ла күп кеше ҡатнашлығындағы сараларҙан тыйылып торорға һәм мөмкинлек булғанда, үҙ биләмәгеҙҙә ҡорбан салып, бик күп кеше булмаған шарттарҙа байрам итергә саҡырам. Сөнки яҡындарыбыҙҙың һаулығы мөһим, насип булһа, киләһе байрамдарыбыҙҙы киң ҡолас менән ҡаршыларбыҙ, – тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов.
Альберт Наил улы ҡалала хәүефһеҙлек өсөн дә яуаплы, ошоға бәйле терроризм хәүефһеҙлегенә ҡаршы тороусы саралар тураһында ла һораныҡ.
– Ҡалабыҙҙа бик күп милләт вәкилдәре йәшәүгә ҡарамаҫтан бер-беребеҙ менән татыу эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Әммә хәүефһеҙлек һәр ваҡыт алғы планда тора һәм бер ҡасан да онотолмай. Ҡалабыҙҙа терроризмға ҡаршы комиссия булдырылған, унда был өлкәгә ҡағылышлы һорауҙар ҡарала, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләй. Ҡалабыҙ әлегә тиклем бындай хәүефтән ситтә ҡалды һәм артабан да шулай уҡ дауам итер тигән өмөттә ҡалабыҙ. Шуныһын оноторға ярамай: бер ваҡыт телефондан ялған шылтыратыуҙар тулҡыны булып алғайны. Бындай хәбәрҙәр булғанда, беҙ төрлө саралар күрәбеҙ, бер мәғлүмәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Шылтыратыуҙар сит илдән дә, үҙебеҙҙең кешеләрҙән дә килде, телефон террорсылары закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылды. Шулай ҙа был тәңгәлдә ниндәйҙер ҡурҡыныс әҙерләнгәне билдәле булһа, хәбәр итеүегеҙ һорала. Тик хәүефкә һалған шылтыратыуҙарҙың булмағаны хәйерле.