Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
31 Июля 2020, 04:05

Изге байрам мөбәрәк булһын!

Һеҙҙе ысын күңелдән мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайым!

Ҡорбан ғәйете изге Мәккәгә хаж ҡылып ҡайтҡандан һуң хаж тамамланыуын белдерә. Ҡорбан байрамы күп быуаттар дауамында изгелек һәм шәфҡәтлелектең, дини ҡанундарҙы һәм традицияларҙы хөрмәт итеүҙең иң юғары өлгөһө булып хеҙмәт итә. Ул һөйөү, мәрхәмәт, ғәҙеллек һәм яҡындарың тураһында хәстәрләү кеүек иң мөһим ҡиммәттәрҙе кәүҙәләндерә.
Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы! Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙҙә уңыштар, татыулыҡ һәм берҙәмлек теләйем! Был изге байрам һәр йортҡа шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен, иртәгәһе көнгә ышаныс уятһын әйҙә.
Владимир КУЛИКОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас