Шундай һине һағынып көткәнемде,
Бөгөн килеп кенә аңланым.
Тәҙрәләрҙән алмай күҙҙәремде,
Баласағым буйлап атланым.
Ҡар өйөмөн, беҙҙең баласаҡта
Ҡырҡтытауҙай һалды бураны.
Тауҙар менән тигеҙ итә ине хатта,
Ырҙын, баҡса, кәртә- ҡураны.
Окоп ҡаҙып уйнай инек бергә,
Сыр-сыу килеп,ҡыҙҙар-малайҙар.
Тау батшаһы булыр ине үрҙә
Көслө, таһыл ағай, апайҙар.
Ап-аҡ ҡарҙар яуа , еркәйемә,
Күңелдәрҙе биләй һөйөнөс.
Ҡарҙар менән бергә илкәйемә,
Килһен шатлыҡ, китһен көйөнөс.
М.М.Сәйетғәлин.