Тотороҡло эшләгән предприятиелар булыуға ҡарамаҫтан...
Юрий Волдемарович журналистарға тәү сиратта ҡалабыҙҙың сәнәғәт предприятиеларының ағымдағы йылға ҡарата эш һөҙөмтәләре, светофор объекттары һәм йәмәғәтселек транспорты структураһын үҫтереү тураһында ентекләп һөйләне. “Коронавирус пандемияһына тарығандан һуң ҡайһы бер пландарҙы үҙгәртергә лә тура килде”, – тине ул.
Етәксе билдәләүенсә, ағымдағы йылдың туғыҙ айында сәнәғәт секторында артта ҡалыу күҙәтелгән. Әлбиттә, был пандемияға бәйле булған. Ләкин ҡалабыҙҙа тотороҡло эшләгән предприятиелар етерлек булыуына ла инандырҙы ул. Эш тигәндән, ҡалабыҙҙа хеҙмәт урыны тапмайынса сит тарафтарға, йәғни Себергә эш артынан киткән йәштәр тураһында ла һүҙ булды. “Теләге булған кешегә ҡалала эш табыла”, – тине хакимиәт башлығы урынбаҫары.
Йәйәү йөрөүселәр араһында үлем кәмегән
Йәмәғәтселек транспортына килгәндә, быйыл яңы троллейбустар алырға уй булған булыуын, тик быны тормошҡа ашырырға, әлеге лә баяғы, пандемия ҡамасаулаған һәм аҡса башҡа сығымдарға тотонолған.
Юрий Волдемарович юл секторындағы киләһе йылға булған пландар менән дә уртаҡлашты. Мәҫәлән, баҙарҙағы троллейбус ҡулсаһы урынына йәмәғәтселек транспорты туҡталышын булдырып, 13-сө, 14-се троллейбус маршруттарын Ольховкаға тиклем һуҙмаҡсылар. Шулай уҡ Олег Кошевой урамы аша “Төньяҡ ағымы” юл үткәргесе төҙөү күҙаллана. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә киләһе йылда 10 юлды төҙөкләндереү, 7 светофорҙы алмаштырыу һәм тағы ла яңы 5 светофор ҡуйыу ҡаралған, шулай уҡ 45 фото һәм видеофиксация урынлаштырыласаҡ.
Юл хәүефһеҙлеге темаһын дауам итеп, яңыраҡ Хоҙайбирҙин һәм Совет урамдары киҫелешендә Г-сифатындағы таяуҙарҙа сигналдары ҡабатланып килгән светофор урынлаштырылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ҡала халҡы сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлегенә ошондай уҡ светофорҙарҙы ҡаланың башҡа урамдарында ла урынлаштарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә ала. Бүлек белгестәре һәр мөрәжәғәткә лә мотлаҡ яуап бирәсәк. Тик светофор объекттарына әлеге өҫтәмәләр киләһе йылға ҡаралған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына инмәгән – шуныһы ла бар.
Әлбиттә, юлдарҙа хәүефһеҙлек булдырыу буйынса төрлө эштәр башҡарыла, әммә урындағы халыҡ ҡайһы берҙә үҙгәрештәргә дәғүә лә белдереп ҡуя икән. Мәҫәлән, ошо йылдың сентябрендә “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күтәреү” федераль программаһы сиктәрендә юл аша йәйәү сыҡҡан урындарҙа һәм юлдарҙа, шулай уҡ ҡаланың белем биреү учреждениелары эргәһендә йәйәүлеләргә сикләмәләр (ҡоймалар) ҡуйылған. Быға ризаһыҙлыҡ белдереүсе кешеләр ҙә булған. Федераль программа буйынса эшләнгән был эште күптәр аңлап та етмәгәндер, һәр хәлдә ҡала был эш өсөн аҡса сығармаған. Нисек кенә булмаһын, фәҡәт ошо программаға ярашлы сикләмәләр арҡаһында ҡалала йәйәү йөрөгәндәрҙең үлеме етәүгә кәмегән. Ә үткән йылда 14 кеше үлгән булған.
– Авария хәүефе булған урындарға беҙ мотлаҡ сикләмәләр, билдәләр һәм светофорҙар ҡуябыҙ, – тине Юрий Тротт. Октябрь проспекты һәм Коммунистик урамдары киҫелешендә светофорҙың ваҡытын үҙгәрткәндән һуң бында ла авариялар кәмегән, ә быға тиклем көн һайын ике-өс авария булып торған. Әлеге хәл Имай Насыри һәм Ҡара диңгеҙ урамдары киҫелешендә лә күҙәтелә.
Осрашыу һуңында Юрий Волдемарович ҡала үҫеше буйынса яҡын киләсәккә ҡоролған пландары менән дә уртаҡлашты, улар араһында бик ҡыҙыҡлы проекттар ҙа, тәҡдимдәр ҙә бар. Алға китеп әйткәндә, ҡалғанын киләһе йыл күрһәтер.
Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан