Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Декабрь 2020, 08:55

Аттан бигерәк тәртә ғәйеплелер

5 декабрь төндә Әбйәлил районында еңел автомобиль ҡолонло бейәгә барып төкәлгән, шунан һуң автомобиль юл ситенә төшөп киткән. Әммә авария ябайҙарҙан түгел һәм ат менән бәйле булыу менән дә эш тамамланмай: ҡот осҡос фажиғәлә өс үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө.

ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, 16 йәшлек водитель һәм ике пассажир – 15 йәшлек егет һәм уға йәштәш ҡыҙ авария урынында уҡ йән биргән. Тағы ла 16 йәшлек ике ҡыҙҙы ауыр хәлдә Белорет үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар. Был юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эштәре бара.Әлбиттә, бер яҡтан руль артында үҫмер егеттең ултырыуы уйға һалһа, икенсе яҡтан, төндә ҡараусыһыҙ йөрөгән мал арҡаһында авариялар йыш осрап тора, тик был юлы үтә лә үкенесле тамамланған шул ваҡиға.
Аттарҙы ҡышҡылыҡҡа тибенгә ебәреү борондан килгән йола. Ә шулай ҙа юлда машиналар һаны көндән-көн арта барған заманда, йылҡы өйөрөн тибендә йөрөтөү хәүеф-хәтәргә әйләнә бара. Күрәһең аттарға ла, нәфсегә лә тышау кейҙерергә ваҡыт...
Р.САФИНА.
Читайте нас