ТӘҮГЕ ПАЦИЕНТТАРҘЫ ҠАБУЛ ИТӘСӘК
Билдәле булыуынса, ҡалабыҙҙа Инфекция госпитале илле көн эсендә төҙөлөп бөттө. Әле уны йыһазландырыу бара. Киләсәккә пландар ҙур, тип билдәләне Республика Башлығы.
Дауахана персоналы тупланған, ул 40 хеҙмәткәрҙән тора. Табиптар өсөн ятаҡ та төҙөлә. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөү 10 октябрҙә башланғайны һәм рекордлы 50 көндә һалынып бөттө. 15 мең кв. метрға яҡын майҙанлы дауахана тәүге пациенттарын 12 декабрҙән һуң ҡабул итәсәк Ә әлегә Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге территорияһында “Сәләмәтлек аллеяһы”на нигеҙ һалынды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, төбәк министрлыҡтары, ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.
– Бөгөн “Сәләмәтлек аллаеяһы”на, медиктар аллеяһына нигеҙ һалабыҙ һәм был осраҡлы түгел, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әлеге шарттарҙа иң мөһиме – табиптарға һәм бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү. Бының өсөн беҙ ғәҙәти булмаған саралар күрҙек, ҡыҫҡа ваҡытта ике йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөнөк. Коронавирусҡа ҡаршы көрәште мин һынау тип ҡарайым, унан беҙ элеккегә ҡарағанда көслөрәк булып сығырға тейешбеҙ. Бөгөн медиктарға рәхмәтемде еткерәм. Был госпиталдә эшләйәсәк яңы команданың үҙҙәрен һаҡлауын теләйем. Һаулыҡ һәм именлек һеҙгә! Һәм, әлбиттә, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн төҙөүселәргә ҙур рәхмәт!
Андрей Назаров Башҡортостанда мөһим объекттарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалыу матур традицияға әйләнеүен әйтеп үтте.
– Был – беҙҙең оҫталыҡ, ваҡыт ҡуйған һынауҙарға заманса ҡараш күрһәткесе, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры. – Бергәләшеп тырышлыҡты туплап, беҙ ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала алабыҙ. Бөгөн беҙ ултыртасаҡ аллея киләсәк быуынға ҙур хеҙмәт тураһында иҫкә төшөрөп торасаҡ, берлектәге эшебеҙ сағылышы буласаҡ.
Стәрлетамаҡ мэры Владимир Куликов ҡала халҡы исеменән башҡарылған хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бынан тыш ҡалабыҙҙа «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты нигеҙендә Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәген яңыртҡайнылар. Радий Хәбиров уның эшмәкәрлеге менән дә танышты. Үткән йылда республика Рәсәйҙең заманса моделле мәшғүллек үҙәктәре булдырыу һәм уларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса 16 пилот төбәге араһына ингәйне. Был маҡсатта 40 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелде, шуның 95 проценты – федераль бюджеттан. Пилот проектын тормошҡа ашырыу барышында үҙәк бинаһына капиталь ремонт үткәргәндәр. уны берҙәм фирма стилендә биҙәгәндәр, ә хеҙмәткәрҙәр тейешле уҡыу үткән.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников белдереүенсә, һөҙөмтәлә мәшғүллек хеҙмәте эшенә ҡараш тулыһынса үҙгәргән. Үҙәктең бинаһын функциональ зоналарға бүлгәндәр. хәҙер бында көтөү, халыҡҡа мәғлүмәт биреү, килеүселәр һәм эш биреүселәр менән айырым эшләү, төркөм консультациялары, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, исем туйҙары, әңгәмәләшеү залдары бар. Электрон сират системаһы булдырылған. Килгән халыҡ ағымы менән идара итеү еңелләшкән, сираттар юҡ тиерлек, бар процесс контролдә тотола. Эшкә урынлашыуҙа ярҙамды үҙәктең беренсе ҡатында күрһәтәләр. Бында һанлы сервистар секторы ойошторолған, килгән кешеләр «Работа в России» Дөйөм Рәсәй вакансиялар базаһына, ,
SkillsNetэшлекле бәйләнештәр селтәренә, дәүләт хеҙмәттәре порталына бер ҡаршылыҡһыҙ инә ала. Икенсе ҡат карьераны үҫтереү, эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек ҡороу өсөн ҡулайлаштырылған, бында төркөмләп шөғөлләнеү залдары бар. Яңы кадрҙар үҙәге эшкә урынлаштырыуға ғына түгел, ә «Берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса мөһим тормошсан хәлдәрҙе комплекслы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Дөйөм алғанда, үҙәк 35 хеҙмәт һәм сервис тәҡдим итә.
Үҙәктең директоры Сергей Щепакин һөйләүенсә, коронавирус пандемияһы осоронда мәшғүллек хеҙмәте белгестәренә көсөргәнеш ныҡ артҡан. әгәр ябай осорҙа бер хеҙмәткәргә 70-80 кеше тура килһә, әле 500 самаһы граждан менән эшләргә тейештәр. Мәшғүллек хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итеүселәрҙең артыуы эшһеҙ ҡалғандарға түләүҙәр билдәләү һәм уларҙың күләме күтәрелеүенә бәйле. Шулай уҡ коронавирус сәбәпле барлыҡҡа килгән илдәге дөйөм иҡтисади хәл дә йоғонто яһамай ҡалмаған.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы мәшғүллек үҙәгенең эшен ыңғай баһаланы.
- Бында эш матурлыҡта ғына түгел, ә кешеләргә эш табырға һөҙөмтәле ярҙам итеүҙә, уларҙы дәртләндереүҙә. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренә лә бында бик уңайлы, килгән халыҡ өсөн дә бөтөн шарттар булдырылған. Милли проект нигеҙендә республикала тағы ошоноң кеүек бер нисә үҙәк барлыҡҡа килергә тейеш. Икенсеһен әле Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында эшләйбеҙ, - тине ул. Ә Юрий Мельников билдәләүенсә, республикала эшһеҙлектең иң юғары күрһәткесе 2020 йылдың сентябрь аҙағына тура килгән. Ул саҡта 128 мең эшһеҙ теркәлгән. Ике ай эсендә был күрһәткесте 114 меңгә тиклем кәметеү мөмкин булған. Был иһә 14 мең граждан төбәктәге мәшғүллек үҙәгенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге арҡаһында хеҙмәт урыны тапҡан игән һүҙ.
Күсмә ултырышта экология, демография, иҡтисад үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Эшлекле сәфәр һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышын үткәрҙе. Һөйләшеү ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләренә арналды.
– Һуңғы ваҡытта Стәрлетамаҡҡа йыш килергә тура килде. Ғәҙәттә, бер-бер хәл булһа даими иғтибар үҙәгенә алабыҙ, миҫал өсөн Сибайҙағы карьерҙы иҫкә төшөрәйек. Был юлы иһә Стәрлетамаҡтың уңыштарына ҡыуанабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, – тине Радий Хәбиров. – Был ҡала беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул - республиканың икенсе сәнәғәт, мәҙәни, мәғариф үҙәге. Бында торлаҡ төҙөлөшө яҡшы бара, инвестиция күләме арта. Яңы ойошторолған “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Стәрлетамаҡтың, шулай уҡ күрше биләмәләрҙең үҫешенә этәргес бирәсәк. Беҙ проблемалар тураһында ла хәбәрҙарбыҙ, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Был “Башҡортостан сода компанияһы” миҫалында айырыуса асыҡ сағыла. Предприятиеның проблемалары оҙаҡ йылдар дауамында йыйылған, хәл ителмәгән. Компания активтарын дәүләткә ҡайтарыу тураһында федераль кимәлдә күптән түгел ҡабул ителгән ҡарар “БСК”ның эшенә лә, уның хеҙмәткәрҙәренең хәлен яҡшыртыуға ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Башҡортостан Башлығы ҡалала экологик хәлде яҡшыртыу тураһында айырым билдәләне.
– “БСК” акционерҙары менән экологик хәлде яҡшыртыу буйынса юл картаһын төҙөнөк, әммә уны практик яҡтан тормошҡа ашырыуға бер аҙым да яҡынлашманыҡ. Шуға күрә яңы шарттарҙа предприятие етәкселеге талап ителгән сараларҙы күрергә тейеш. Кешеләрҙең именлеге корпоратив бәхәстәрҙән һәм дискуссияларҙан өҫтөн.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡ миҫалында социаль-иҡтисади үҫештең дөйөм республикаға хас трендтарын билдәләне. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов быйыл муниципалитетты үҫтереүҙең социаль-иҡтисади йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Стәрлетамаҡтың инвестиция ҡеүәтенә юғары баһа бирҙе. Республика Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына ҡалаға ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү йәһәтенән инвесторҙарҙы әүҙемерәк йәлеп итергә ҡушты. Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың ҡала системаһын үҫтереү программалары тураһында һүҙ алып барҙы. Уның әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ йәшәү уңайлыҡтары буйынса дүртенсе урында тора, ләкин ҡайһы бер проекттар буйынса артта ҡалыу федераль рейтингтарҙа Башҡортостандың дөйөм күрһәткестәрендә кире сағылыш таба.
Стәрлетамаҡтағы демографик проблемалар тураһында вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Ул сабыйҙар һанының кәмеүен, миграцияның, үлем осраҡтарының артыуын билдәләне. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова йүнселлеккә ниндәй ярҙам күрһәтелеүе тураһында сығыш яһаны. Ҡалала яңы бәләкәй предприятиелар әүҙем асыла, эшҡыуарҙар һаны арта, сауҙа, мәғариф һәм төҙөлөш өлкәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫә.
Республиканың финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, Стәрлетамаҡ яҡын арала республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә финанс ярҙам – йылына 108 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.
– Ҡалалағы тотороҡлолоҡҡа ҡарамаҫтан, ҡайһы бер һорауҙар бар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең бурыс – проблемаларҙы асыҡлап, уларҙы хәл итеүгә булышлыҡ күрһәтеү. Байтаҡ йүнәлештәр буйынса ныҡлы эшләргә кәрәк.
Республика Башлығы Хөкүмәттең иғтибарын Стәрлетамаҡта социаль учреждениелар – мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар етмәүгә йүнәлтте. Ул шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырыштарын үткәреүҙе хупланы.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостан Башлығының эш сәфәре эшлекле үтте.
Фото ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге сайтынан.