Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Декабрь 2020, 13:10

Бергәләп атлау еңелерәк...

Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, бөгөн Рәсәйҙә 12 миллиондан ашыу инвалид йәшәй. Шуларҙың яҡынса 1,5 миллионы – беренсе, 6 миллиондан ашыуы – икенсе, 4 миллиондан ашыуы өсөнсө төркөмгә ҡарай. Ә инвалид балаларҙың һаны 100 миллиондан ашыу.

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәүе нисек ауыр икәнен күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер. Шулай ҙа улар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, көслө рухлы булып ҡалырға тырыша. Күптәре спорт өлкәһендә шөғөлләнеп, юғары уңыштарға ирешә. Улар йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзалары. Улар араһында бөйөк спортсылар, яҡшы белгестәр һәм хатта сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар, бер һүҙ менән әйткәндә социаль әүҙем һәм аяғында ныҡ торған кешеләр ҙә бар. Улар күптәргә, хатта сәләмәт кешеләргә лә илһам бирәләр.
Йәмғиәт тормошонда инвалидтар ҡатнаша алһын өсөн күп эштәр башҡарыла. Инвалидтарҙың мәнфәғәттәрен яҡлап, беҙ үҙебеҙҙең кешелек сифаттарыбыҙҙыла яҡлайбыҙ. Бигерәк тә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булған балалар хәстәрләүгә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер кешеләр донъяла күпме инвалид булғанын, уларға көндә нисәмә проблема менән осрашырға тура килгәнен, ғөмүмән, уларҙың көнитмешен уйлап та бирмәйҙәр. Әммә, был төптән хата.
Һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернатта башланғыс кластарҙа 59 бала уҡый. Үҙҙәрен нисек тә ошо матур тормоштоң бер өлөшө тип хис итһен өсөн уларға беҙ төрлө саралар ойошторабыҙ. Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан мәктәп уҡытыусылары балалар өсөн төрлө саралар әҙерләне. Төрлө йүнәлештәге әңгәмә, класс сәғәттәре үткәрелде, видеороликтар ҡаралды, балалар эшләгән һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо.
Беҙ, мәҫәлән, “Бергәләп атлау күңелле” тигән спорт сараһы үткәрҙек. Был сарала балалар “Беҙ төрлө булһаҡ та бергәбеҙ” тигән презентация ҡаранылар, шиғыр һөйләнеләр, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр таптылар, тапҡырлыҡта һәм сыҙамлыҡта көс һынаштылар. Аҙаҡ тәмләткестәр менән сәй эстеләр. Уҡыусыларға мәктәп сараларындағы уңыштары өсөн грамоталар тапшырылды.
Стәрлетамаҡ мәктәп-интернатында, ғөмүмән, ыңғай психологик мөхит булдырылған. Балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереү өсөн көн һайын кластан тыш саралар үткәрелә, уларға юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителә. Балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләү һәм уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн барыһы ла эшләнә бында. Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән баланы тәрбиәләү, уға белем биреү икеләтә ҡыйын. Шуға ла инвалид бала үҫтергән ғаиләләр, нигеҙҙә, Стәрлетамаҡтағы коррекцион мәктәп-интернатта булдырылған шарттар менән ҡәнәғәт. Сөнки беҙҙә белеем биреүҙән тыш, шәхесте төрлө яҡлап үҫтерәләр, рухи-мәҙәни яҡтан тәрбиәләйҙәр, спортҡа ылыҡтыралар һәм йәшәргә өйрәтәләр.
О. КАШНИКОВА, Н. РАДЮХИНА, Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернат уҡытыусылары.
Читайте нас