Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Декабрь 2020, 13:30

Бергәләп атлау еңелерәк...

Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, бөгөн Рәсәйҙә 12 миллиондан ашыу инвалид йәшәй. Шуларҙың яҡынса 1,5 миллионы – беренсе, 6 миллиондан ашыуы – икенсе, 4 миллиондан ашыуы өсөнсө төркөмгә ҡарай. Ә инвалид балаларҙың һаны 100 миллиондан ашыу.

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәүе нисек ауыр икәнен күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер. Шулай ҙа инвалидтар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, көслө рухлы булып ҡалырға тырыша. Күптәре спорт өлкәһендә шөғөлләнеп, юғары уңыштарға ирешә. Улар йәмғиәттең тулы хо-ҡуҡлы ағзалары. Араларында бөйөк спортсылар, яҡшы белгестәр һәм хатта сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар, бер һүҙ менән әйткәндә, социаль әүҙем һәм аяғында ныҡ торған кешеләр ҙә бар. Улар күптәргә, хатта сәләмәт кешеләргә лә илһам бирәләр.

Һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн Стәрлетамаҡ коррек-цион мәктәп-интернатында башлан-ғыс кластарҙа 59 бала уҡый. Үҙҙәрен нисек тә ошо матур тормоштоң бер өлөшө тип хис итһен өсөн уларға беҙ төрлө саралар ойошторабыҙ. Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан мәктәп уҡытыусылары балалар өсөн төрлө саралар әҙерләне. Төрлө йүнәлештәге әңгәмә, класс сәғәттәре үткәрелде, видеояҙмалар ҡаралды, балалар эшләгән һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо.

Беҙ, мәҫәлән, “Бергәләп атлау күңелле” тигән спорт сараһы үткәрҙек. Был сарала балалар “Беҙ, төрлө булһаҡ та, бергәбеҙ” тигән презентация ҡараны, шиғыр һөйләнеләр, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр тапты, тапҡырлыҡта һәм сыҙамлыҡта көс һынашты. Аҙаҡ тәмлекәстәр менән сәй эстеләр. Уҡыусыларға мәктәп сараларындағы уңыштары өсөн грамоталар ҙа тапшырылды.
Стәрлетамаҡ мәктәп-интернатында, ғөмүмән, ыңғай психологик мөхит булдырылған. Балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереү өсөн көн һайын кластан тыш саралар үткәрелә, уларға юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителә. Балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләү һәм уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн барыһы ла эшләнә бында. Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән баланы тәрбиәләү, уға белем биреү икеләтә ҡыйын. Шуға ла инвалид бала үҫтергән ғаиләләр, нигеҙҙә, Стәрлетамаҡтағы коррекцион мәктәп-интернатта булдырылған шарттар менән ҡәнәғәт. Сөнки беҙҙә белем биреүҙән тыш, шәхесте төрлө яҡлап үҫтерәләр, рухи-мәҙәни яҡтан тәрбиәләйҙәр, спортҡа ылыҡтыралар һәм йәшәргә өйрәтәләр.

О. КАШНИКОВА, Н. РАДЮХИНА, Стәрлетамаҡ коррекцион
мәктәп-интернат уҡытыусылары.
Читайте нас