Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Декабрь 2020, 10:00

Имен йөрөгөҙ, егеттәр!

Башҡортостанда 1 октябрҙән 25 декабргә тиклем көҙгө саҡырылыш кампанияһы уҙғарыла. Был – пандемия шарттарында уҙғарылған икенсе саҡырылыш. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, ҡалалағы эпидемиологик хәлгә бәйле, 2020 йылғы көҙгө саҡырылыш барышы тураһында һөйләп үтте.

Көҙгө саҡырылыш – 2020
Хәрби комиссар билдәләүенсә, Стәрлетамаҡта көҙгө саҡырылышҡа 260 егет саҡырыла. Әле хәрби хеҙмәткә 180 призывник оҙатылған да инде.
Хәрби комиссарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, коронавирус пандемияһына бәйле, хәрби коиссариатта юғары хәүефһеҙлек саралары ҡабул ителгән. “Беренсенән, ҡала хәрби коиссариатында медицина постары ойошторолған. Саҡырылыш буйынса килеүсе призывниктар комиссариатҡа инер алдынан термометрия үтә. Армия сафына оҙатылырҙан 4 көн алда COVID-19-ға анализ тапшыра. Анализ һөҙөмтәләре насар булған хәлдә, призывниктар хәрби хеҙмәттән кисектерелеп тора.
Республика йыйылыу пунктына ингәс, призывниктар йәнә бер тапҡыр экспресс-тест тапшыра. Бынан тыш улар битлек һәм бирсәткә кейгән булырға тейеш”, – тип билдәләп үтте Рөстәм Ҡантимеров.
Хәрби комиссар әрменән баш тартҡан призывниктар ниндәй яуаплылыҡ тотоуы тураһында ла әйтеп үтте: “2020 йылда административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде. Саҡырылышҡа бәйле сараларҙан ҡасыусыларға 3 мең һум күләмендә штраф һалына. Әгәр ҙә инде ошоға оҡшаш тәртип боҙоуҙар күп тапҡырҙар ҡабатланһа, ул саҡта беҙ документтарҙы тикшереү комитетына тапшырабыҙ – был инде һуңғы сара. Хәрби хеҙмәттән ҡасҡан өсөн 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған”, – тип тә киҫәтеп үтте ул.
Һәр хәлдә, Стәрлетамаҡ егеттәре быға тиклем йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне булманы, әле лә хәрби хеҙмәткә алынып, бурыстарын лайыҡлы үтәп, имен-аман йөрөп ҡайтһындар.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас