Конкурста Әлшәй, Бәләбәй, Бөрйән, Илеш, Ишембай, Мишкә, Туймазы, Яңауыл райондары, Нефтекама, Октябрьский, Өфө ҡалалары мәктәптәре уҡыусылары, А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре, Башҡорт дәүләт университеты студенттары ҡатнашҡан.
«Тыуған ил тарихында минең ғаиләм» номинацияһында Өфө ҡалаһының 34-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Әлиә Кашапова менән Михаил Кузнецов, А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусынан Рамаҙан Ялалов һәм Башҡорт дәүләт университетының 2-се курс студенты Диана Әхмәтханова еңеү яуланы.
«Беҙҙең династия» йүнәлешендә А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусынан Арыҫлан Юлмөхәмәтов, Өфө ҡалаһындағы М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Вероника Синицына һәм БДУ студенткаһы Татьяна Явнаяның эштәре иң яҡшыһы тип табылды.