Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Декабрь 2020, 04:00

Бурысыбыҙ – хоҡуҡи дәүләт төҙөү

Хөрмәтле ҡала халҡы! Һеҙҙе илебеҙҙең төп дәүләт байрамдарының береһе булған – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!

Бөтә халыҡ тауышы менән ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын юғары ҡиммәттәр итеп, Рәсәйҙең суверенитетын һәм уның ҡаҡшамаҫ демократик нигеҙен раҫланы.
Яңы һулыш алған Рәсәй һуңғы ваҡытта еңел булмаған юл үтте. Беҙҙең йәмғиәттә үҙгәрештәрҙең береһе лә еңел бирелмәне, ләкин улар рәсәйлеләрҙең үҙ көсөнә һәм илде тергеҙеүҙә булған ышанысын һүндермәне. Бөгөн йәмғиәттә сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлауҙа Конституцияның роле ҙур.
Төп Законда ҡаралған дөрөҫ һәм ғәҙел юлдар беҙгә һәм беҙҙең эшебеҙҙә ныҡлы таяныс, эшмәкәрлеккә йүнәлеш бирә. Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының бурысы – Конституцияла ҡаралған ҡағиҙәләрҙе һәм ҡабул ителгән закондарҙы күҙәтеү, хоҡуҡи дәүләттең принциптарын, шулай уҡ дөйөм милли ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм ошо нигеҙҙә тотороҡло, хоҡуҡи, демократик дәүләт төҙөү. Бары тик шул осраҡта ғына киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ.
Хөрмәтле ҡала халҡы! Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, иртәгәге көнгә ышаныс, ҡалабыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтендәге изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Хөрмәт менән Владимир КУЛИКОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас