Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Декабрь 2020, 10:55

Салауат Итбаев вафат...

Тағы ҡайғылы хәбәр... Өфөлә ауырыуҙан һуң билдәле артист, Башҡорт дәүләт филармонияһы, телевидение ветераны Салауат Итбаев яҡты донъянан киткән. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер, һөйләү жанры, сценарийҙар оҫтаһы быйыл 18 июлдә 75 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.
Күренекле сәхнә оҫтаһы Ейәнсура районының Бикбау ауылында тыуған. Ул 300-ҙән ашыу постановка - театрлаштырылған тамашалар, концерттар, юбилей программалары, байрам саралары, Дәүләт концерттары, Татарстанда, Мәскәүҙә, Төркиәлә үткән фестивалдәрҙең сценарийҙары авторы һәм режиссеры булды. Заһир Исмәғилев, Назар Нәжми тураһындағы видеофильмдар, “Шәжәрә” тарихи телеочерктары, “Ултырайыҡ әле бөгөн кис!” телешоуы һәм башҡа күп тапшырыуҙар уның режиссерлығында төшөрөлдө.
Өс ай элек Салауат Итбаевтың улы, Сибай башҡорт драма театры актеры Марс Итбаев вафат булғайны.
Халыҡ ихтирамына лайыҡ күренекле шәхестең яҡындарының сикһеҙ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Бәхил бул, мәшһүр милләттәшебеҙ! Йәнең йәннәттә булһын, сағыу талант эйәһе!
Читайте нас