Ашҡаҙар
+9 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Декабря 2020, 15:00

Республикала яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыу сикләнә

Башҡортостанда, былтырғы кеүек үк, яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ғәмәлдә булған законға ярашлы, Башҡортостанда 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу тыйылған, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа уны һатыу ваҡыты көндөҙгө сәғәт 2-нән иртәнге 10-ға тиклем сикләнгән.
Йәғни ошо өс көндә республика биләмәһендә иҫерткес эсемлектәр менән тәүлегенә дүрт сәғәт – иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә хәтлем генә сауҙа итергә мөмкин.
Законда ҡаралған сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь һатыуға ҡағылмай – был көндәрҙә кафе-ресторандарҙа хәмер һатырға мөмкин.
Яңы йыл каникулдарында алкоголь менән сауҙа итеүҙе сикләүҙән тыш, Башҡортостанда Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ойошторолған көндәрҙә «ҡоро закон» ғәмәлдә.
Башинформ.
Читайте нас