Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Декабрь 2020, 07:36

Иғтибар! Конкурс! Кем айыу, кем ҡуян...

Хөрмәтле дуҫтар! Бағыусыларыбыҙ менән берлектә интернет селтәрендә яңы конкурс иғлан итәбеҙ. Был юлы бәйге Яңы йылға арнала.

Шарттары ябай ғына: “Бәйләнештә” селтәрендә беҙҙең рәсми төркөмгә, электрон почтаға йәки почта аша редакцияға (23 декабргә тиклем хат килеп етергә тейеш) хәбәр менән үҙегеҙҙең төрлө йылдарҙа Яңы йыл байрамында төрлө персонаж костюмдарында төшкән фото ғына ебәрергә кәрәк. Беҙ уларҙы “Бәйләнештә”тәге төркөмгә ҡуябыҙ һәм иң ҡыҙыҡлы, иң матур фотоны халыҡ, тауыш биреү ысулы менән, үҙе һайлаясаҡ. Һөҙөмтәләрҙе 29 декабрь барлайбыҙ. Еңеүселәрҙе матур-матур бүләктәр көтә!
“Ашҡаҙар”ҙар.
Читайте нас