Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 07:17

31 декабрҙең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла

31 декабрҙең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, әммә был көндө ял көнө итергә лә мөмкин. Был турала Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына һылтанма менән РИА Новости хәбәр итә.

«2020 йылда 31 декабрь эш көнөнә тура килә, артабанғы көндәр ял көнө булып иҫәпләнгәнгә күрә бер сәғәткә кәмей», - тип иҫкә төшөрөп үтте ведомство етәксеһе урынбаҫары Иван Шкловец.
Шул уҡ ваҡытта 31 декабрь көндө хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ял да бирелеүе мөмкин.
Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында иҫкәртеп үтеүҙәренсә, рәсәйлеләр 1-10 ғинуарҙа ял итәсәк, ә 2021 йылда беренсе эш көнө 11 ғынуарҙа буласаҡ.
Читайте нас