Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
22 Декабря 2020, 09:50

Донъяға яҡты нур өләшәһегеҙ!

Хөрмәтле энергетика өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Энергетиктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Һеҙҙең тармаҡ йәмғиәт өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки йорттарыбыҙҙағы именлек, тыныслыҡ, предприятие һәм ойошмаларҙың һөҙөмтәле эшләүе энергетика эшсәндәренең намыҫлы хеҙмәте менән бәйле. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡалабыҙ ҡулланыусыларын электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү бурысы тора. Һеҙ ошо хеҙмәтегеҙ менән һәр өйгә, һәр ғаиләгә яҡты нур өләшәһегеҙ.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы, барығыҙға эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем!
Хөрмәт менән,Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы
Владимир Куликов.
Читайте нас