Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 10:05

Пиротехника һатылған урындар тикшерелде

Үткән аҙнала Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса бүлеге Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте менән берлектә пиротехник изделиелар һатылған урындар буйлап профилактик рейд уҙғарҙы.

Профилактик рейдта Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының янғын һағы буйынса дәүләт инспекторы Юрий Фомин, граждандарҙы һаҡлау секторы вәкиле менән берлектә БР янғындарҙы профилактикалау үҙәгенең янғынға ҡаршы хеҙмәте инструкторы Сергей Брусенков ҡатнашты.
Комиссия 8 объектты барып ҡараны. Рейд барышында сауҙа нөктәләрендә беренсел янғын һүндереү сараларының, сертификаттарҙың булыуына һәм, шулай уҡ, коронавирус инфекцияһына бәйле, санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешенә айырыуса иғтибар бирелде.
Был эш янғындарҙы профилактикалауға һәм пиротехник продукцияны һаҡлағанда һәм һатҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймауға йүнәлтелде, тип билдәләнеләр граждандарҙы һаҡлау секторында.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас