Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Декабрь 2020, 04:00

Хәйерле иртә, дуҫтар!

Яңы йыл бүләгеЯбалаҡлап ҡар яуа.Ҡарҙан сафлана һауа.Бер, ике, өс, дүрт бөртөк,Беҙ ҡышты оҙаҡ көттөк.

Ҡыштан бүләк мул тейгән -
Урман ап-аҡ тун кейгән.
Ағастар ҡупшыланып,
Көмөштәй яулыҡ сөйгән.

Йәшел шыршы тирәләй
Ҡунаҡтар йырлай, бейей,
Шатланалар, көләләр,
Бергәләп гөр киләләр.

Байрамға урман әҙер,
Көтөгөҙ - хәҙер, хәҙер:
Төп хужа булыр ергә
Яңы йыл үтер түргә.

(Миләүшә Ғәйфуллина)
Фото яндекс.
Читайте нас