Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 09:05

24 декабрь - Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө Йәшәһен Башҡортостан!

Хөрмәтле ҡала халҡы!Иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе - Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән йөрәк түремдән сыҡҡан ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

БР Конституцияһы республикабыҙҙа 1993 йылдан бирле граждандар хоҡуғы һәм азатлығы, милли теләктәшлек, тыныслыҡ һәм тотороҡлоҡ гаранты булып ҡала. Был байрам гөрләп алға барыусы республикабыҙҙың уңышлы үҫеше, мул тормошо символы булып тора.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында алдынғы төбәктәрҙең береһе булып ҡала.
Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы, һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр һәм Башҡортостан мәнфәғәтенә булған барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!
Ихтирам менән,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир КУЛИКОВ.
Читайте нас