Бөгөнгө комиссия ултырышында юрматы ырыуының билдәле вәкилдәренә урыуҙың гербы проекты күрһәтелде, комиссияның эше хаҡында хәбәр ителде. Һәр башҡорт ырыуының гербы өс төп билдәгә таянып эшләнә: тамға, ағас һәм ҡош. Ҡайһы бер ырыуҙарҙың гербтарында, көнбайыштағы девиздарға оҡшатып, махсус таҫмаға ырыуҙың ораны ла төшөрөләсәк. Ғөмүмән, башҡорт ырыуҙарының гербтары—ул көнбайыш һәм рус геральдикаһының ҡаҡшамаҫ ҡанундары һәм боронғо башҡорт аҫаба символдарының ҡатышмаһы буласаҡ.
«Был гербтар айырым әҫәр итеп тә, бер тулайым шәлкем итеп тә ҡулланыласаҡ. Мәҫәлән, башҡорт ырыуҙары конгресстарында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, башҡа йыйындарҙа. Беҙ төҫтәрҙе һайлауға иғтибар менән ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, юрматы ырыуының гербы ҡыҙыл төҫтә эшләнгән. Был ырыуҙың башҡалары араһында мөһимлеген күрһәтер өсөн. Бөгөн беҙ юрматы ырыуының гербы проектын раҫланыҡ. Осрашыуҙа ишетелгән талаптарға таянып, бер-ике художестволы төҙәтмә индерәсәкбеҙ. Йәмәғәтселек ҡалған ҡырҡтан ашыу гербты ижад итеп раҫлауҙа әүҙем ҡатнашыр, тип ышанабыҙ. Халыҡтың тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы—милләт сәләмәтлегенең күрһәткесе», — тип белдерҙе Кирилл Переходенко.