Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 15:00

Санала елеп Ҡыш Бабай килә!..

Стәрлетамаҡ районында “Балаларға Яңы йыл бүләктәре” хәйриә акцияһы сиктәрендә Яңы йыл алдынан етем балаларға, физик мөмкинлектәре сикләнгән, шулай уҡ һәләтле балаларға меңгә яҡын Ҡыш Бабай бүләктәре тапшырылған. Бынан тыш, 55 йәште үткән, район биләмәһендә яңғыҙ йәшәүсе ололар ҙа бүләкһеҙ ҡалмаған.

Тажвирус пандемияһы сәбәпле сикләүҙәр арҡаһында балаларға дөйөм Яңы йыл байрамы ойошторолмаған, әлбиттә. Уның ҡарауы, райондың егерме ауылына Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу, санала елеп килеп, 650 бүләкте һәр өйҙәге балаға шәхсән ҡулына тапшырған.
– Бөгөн был хәйриә акцияһы тамамлана ла инде. Донъяла ярҙамсыл, яҡшы күңелле кешеләр ҙә күп бит ул, улар кеше бәләһе эргәһенән шым ғына үтеп китмәй. “Балаларға Яңы йыл бүләктәре” акцияһында, бигерәк тә, йыл да әүҙем матди ярҙам күрһәтеүсе Сергей Бутенкоға, Руслан Харрасовҡа, Алексей Бережновҡа, Динара Коноваловаға ҙур рәхмәт әйтке килә. Беҙ йыл да бергәләшеп балаларға һәм ололарға ошондай ҙур Яңы йыл байрамы ойошторасаҡбыҙ, – тип ҙур шатлығы менән уртаҡлашты Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Павел Шорохов.
– Алда – Яңы йыл! Был – яңы теләктәр, яңы хыялдар һәм бүләктәр байрамы... Байрам көндәрендә бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, – тип яҙҙы үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов. Тимәк, Ҡыш Бабайҙың санала күңелле итеп йырлап та килеп, ҡотлап, бүләктәр тапшырып китеүе тарихта ғына ҡалмаған, бөгөн дә йәшәп килә.

Р. СӘХИУЛЛИНА.
Читайте нас