Айҙар менән Әлиә лә
Көтәләр Яңы йылды,
Шыршыны ла биҙәп ҡуйғас
Өй эсе йәмгә тулды.
Ҡыш Бабайға хат яҙҙылар
Нимә кәрәген һорап,
Бүләк һалғанын көтәләр
Шыршының төбөн ҡарап.
Тиҙерәк кил, Яңы Йыл!
Ҡарһылыу һәм Ҡыш Бабай!
Һине һағынып көтә бит
Һәр ҡыҙыҡай, һәр малай!